-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Февраль , 08:45

ҺАТЫП АЛҒАН БЕЛЕМ

Ейәне уҡырға ингәс,Бик шатланды өләсәй.Пенсияһын алыу менәнТотоп килде шәкәр-сәй.

ҺАТЫП АЛҒАН БЕЛЕМ
ҺАТЫП АЛҒАН БЕЛЕМ

Ялға ҡайтҡан ейән генә
Хуп күрмәй күстәнәсте.
Урыҫсалап, ҡоро ғына
Өләсәйгә өндәште:
«Экзамен – это лишь деньги,
Не поймeшь нисек шуны?
Ещe надо яҡшы итек,
Хороший мехлы туны.
Пенсия һиңә нимәгә,
Һин бит ауыл кешеһе?
Молоко, сырок, сметана –
Ведь бесплатно бөтәһе».
Пенсияһын eйәненә
Биргәс, бер тин ҡалдырмай –
Өләсәй һыйырын һатты,
Бесән килтерә алмай.
Яҡшы тунлы булды егет,
Тәмәке лә көйрәтә.
Уҡымышлы булып китте,
Йәшәйеште өйрәтә:
Бер тин аҡса тапмаһам да,
Матур йәшәй беләм, ти.
Бар һынауҙарҙы уҡырға
Бармаһам да, бирәм, ти.
Яҡшы итек кейҙе ейән,
Шул һыйыр аҡсаһына.
Өләсәйҙең табыш хәҙер,
Бар өмөт – баҡсаһында.
Ҡыярын, кишерен һата,
Картуф, һуған ултырта.
Балаларға ярҙам итә –
Улар улын уҡыта.
Диплом алыр мәл дә етте.
Күпме аҡса түктеләр.
Алған дипломында иһә
Булһын ине «дүртлеләр».
Дүрткә еткерә алмаған.
Уҡыуы ауыр булған.
Шундай аҡыллы егетте,
Имеш, иптәштәр боҙған.
Уҡып бөтөп, өйҙә ята,
Дипломлы теге ейән.
Өләсәһе, аҡса тотоп,
Хәл белешергә килгән.
Һатып алынған «өслөләр»,
Белем инмәгән башҡа.
Уйлап эшләмәһәң баштан,
Баш бәреп булмай ташҡа.

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас: