-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Февраль , 09:00

Тик яҡшыға юрайыҡ!

Булыр инде бураны ла, ҡары ла,Ғәжәпләнмәй тәбиғәттең зарына.Уйлай китһәң, зар беҙҙә лә етәрлек,Ҡайсаҡтарҙа баштар себер китәрлек.

Тик яҡшыға юрайыҡ!
Тик яҡшыға юрайыҡ!

Сәскәйҙәрең үрә торор көндәр бар,
Төш булһаң, тип, өҙгәләнгән өндәр бар.
Күҙ йәшеңде эскә йотҡан мәлдәрең,
Юғалтҡан саҡ тормошоңдоң йәмдәрен.

Булыр инде бураны ла, ҡары ла,
Ғәжәпләнмәй тәбиғәттең зарына.
Тик шуныһын яҡшы беләм, үтәһен,
Болот арты һәр саҡ ҡояш көтәһен.

Зарланһаң, зар булалыр ул һәр кемдә,
Шөкөр итеп йәшәйек беҙ һәр көнгә.
Ә тәбиғәт, әйҙә, бер аҙ тулаһын,
Киләсәккә аяҙ көндәр юра һин!

Гөлара ШӘРИПОВА.

Фото: rus.kiziltan.ru

Автор:
Читайте нас: