-4 °С
Облачно
Шиғырҙар
13 Февраля 2024, 10:25

ОКОПТАРҘА ЯНА МАЙ ШӘМДӘРЕ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Окоптарҙа яна май шәмдәре —Өй йылыһы, усаҡ яҡтыһы.Ул ут-ялҡын булһын йөрәктәргәТыуған яҡтың һөйөү сатҡыһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
ОКОПТАРҘА ЯНА МАЙ ШӘМДӘРЕОКОПТАРҘА ЯНА МАЙ ШӘМДӘРЕ
ОКОПТАРҘА ЯНА МАЙ ШӘМДӘРЕ

Окоптарҙа яна май шәмдәре,
Йәнгә йылы ҡышҡы һалҡында.
Атай-әсәй, балаларҙың йөҙө
Сағыла кеүек ошо ялҡында.

Окоптарҙа яна май шәмдәре,
Тыуған яҡтан килгән сәләмдәр,
Әйтерһең дә, улар рух, көс биреп
Алға әйҙәй торған әләмдәр.

Окоптарҙа яна май шәмдәре
Өмөт булып атыр таңдарға.
Яугирҙәргә иң ҙур доға беҙҙән:
Һау ҡайтһындар тыуған яҡтарға.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:
Читайте нас