Әйтәләр: фәлән ҡатын, ти,
Фәләнсә байып ҡуйған.
“Сайт”ҡа артын төшөрөп,
Меңәрләп “лайыҡ” йыйған.
Ғашиҡтар ҙа бер-беренә:
“Мин һине бик “лайыҡ”, ти, –
Һин дә әгәр “лайыҡ” икән,
Беҙ бергә булайыҡ”, – ти.
Бына мин дә ултырамын, –
Ни иҫерек, ни айыҡ.
Бәлки, бер байып китермен,
Ҡуйығыҙ әле “лайыҡ”!