Ҡорал ҡулда.
Телгә килһен өсөн
Бер хәрәкәт етә кескенә, —
Һәм ут булып данһыҙ үлем ауыр
Баш ҡалҡытҡан дошман өҫтөнә.
Һалдат һиҙгер.
Алда ят ер ята,
Сит йолалар унда, сит сәскә...
Кәрәк икән — ил сафлығын һаҡлап
Һалдат сығыр данлы көрәшкә.
Һалдат әҙер.
Артта иле тора,
Яҡты тормош тора нур сәсеп.
Үлем ялсылары уға ҡарай
Көсһөҙ көсөк кеүек үсләшеп.
Һалдат ғорур.
Уға ныҡ ышанып
Өлкән бурыс бирҙе Ватаны,
Тыныс тормош уны һөйөү менән:
«Минең улым», — тиеп атаны.
Ҡулға ҡыҫып ғәҙел ҡоралын
Һаҡлап тора һалдат Ер шарын.
8.04.1962
Фото: Яндекс