+15 °С
Облачно
Шиғырҙар
29 Февраля 2024, 03:00

Күңелем моңдары

Календарҙа ҡыштың һуңғы көнөТуғыҙ айға китә аҡ ҡышым.Иртәгә яҙ айы аяҡ баҫа.Төклө аяғың менән, наҙлы яҙым!

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелем моңдарыКүңелем моңдары
Күңелем моңдары
Аҡ ҡышыма рәхмәт уҡыйым бөгөн
Аҡ ҡарҙарың өсөн мең рәхмәт!
Күңелемә күсһен аҡлығың тип
Көрттәреңдә аунайым...Эй, рәхәт...

Аҡ ҡарҙарың менән биттәремде йыуам
Сафландырһын әле йәнемде.
Ә ҡояшым миңә күҙен ҡыҫҡан була
Ебәргең килмәйме, тип ҡышыңды.

Туғыҙ айға ғына китә бит ул
Йәнә беҙгә осрашырға яҙһын!
Мең-мең рәхмәт! Һау булып тор ҡышым!
Төклө аяғың менән, наҙлы яҙым!
Рузилә Ғатауллина.
 
Автор:
Читайте нас