+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Март , 09:00

Һаумы, яҙ!

Ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп,Тыпылдаша тәүге тамсылар.Иркен атлап бара һәр бер кешеҺәм йылмая,яҙҙы ҡаршылап.

Һаумы, яҙ!
Һаумы, яҙ!
Ҡайын суҡтарында бөрө тула,
Бөрөләрҙән аңҡый бал еҫе.
Бындай саҡта,гүйә, шиғыр тыуа,
Һәр йөрәктең килә һөйләйһе.
Был тойғоно шулай кемдәр генә
Кисермәгән яҙғы иртәлә…
Һәм кешеләр уны ябай ғына
Яҙ тойғоһо тиеп йөрөтәләр.
Үҙ ташҡынын көткән йылға кеүек,
Йөрәк ярһый,йөрәк елкенә.
Ашҡына ул,яҡты нурҙар һибеп,
Йәйрәп ятҡан ҡырҙар иркенә.
Мин тауҙарға менәм – яҡты ергә!
Ғүмерем кеүек яҙҙы ҡаршылап.
Һаумы,ҡояш,
Һаумы, яҙғы елдәр,
Һаумыһығыҙ, тәүге тамсылар.

Х.Ғиләжев.
 
Фото: rukodelie73.ru
Автор:
Читайте нас: