+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Март , 09:00

НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ...

Һигеҙ һаны - Салауат ӘБҮЗӘР Ҡатын-ҡыҙҙар һыны:Өҙөлөрҙәй нескә билдәре.Һигеҙ - игеҙ йөрәк,Тигеҙ тормош,Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе.

НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ...
НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ...

Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ,
Ике тамсы -
Ғүмер нигеҙе!..
Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла
Хәтерләтеп ҡуя
Һигеҙҙе.

Әммә тормош гел байрамдан тормай,
Йылдың көндәре күп
Һигеҙһеҙ.
Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,
Нишләр инек икән беҙ
Һеҙһеҙ!

 

Фото: ru.wallpaper.mob.org

Автор:
Читайте нас: