+9 °С
Облачно
Шиғырҙар
17 Марта 2024, 04:00

Бер сибәркәйгә арнап шиғыр яҙҙым әле

Фәрүәз ағай Сәйфуллиндан, интернет аша Гүҙәл исемле уның йәшендә тирәһендәге бер ҡатын: «Һеҙ 1968 йылда БДУла уҡыманығыҙмы? Минең өсөн «Сәғәт» тип аталған шиғыр ҙа яҙҙығыҙ, шикелле», - тип һорай. Ул кеше мин булмай сыҡтым. Шулай ҙа һуңлап булһа ла, шиғыр яҙып ҡуйҙым әле, - тип яуап биргән яҙыусы. Шәп бит, ә! МИН ЯҘМАНЫММин яҙманым ул шиғырҙы.Үкенәм яҙмағанға.Кем ғәйепле һөйөү утыЙөрәктә янмағанға?

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер сибәркәйгә арнап шиғыр яҙҙым әлеБер сибәркәйгә арнап шиғыр яҙҙым әле
Бер сибәркәйгә арнап шиғыр яҙҙым әле

Яныр ине, күрмәгәнмен,
Белмәгәнмен һин барын.
Илле йыл артҡа йүгереп
Һинең яныңа барып,

Яҙыр инем ул шиғырҙы -
Сәғәт артҡа йөрөмәй,
Юлдарымда - ҡат-ҡат боҙҙар
Илле йылһыҙ иремәй.

Шиғырҙарҙы көн дә яҙам,
Иҫкермәһен, уҡый һал.
Минең өсөн яҙылған тип
Ҡабул итеп әйҙә ал.

09.03.2024 й. Төркмән.

Фото: Ф. Сәйфуллиндың "Бәйләнештә" төркөмөнән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас