0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Март , 09:00

Рамаҙан

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА Эй, Аллаһы Тәғәләм,Моң тирә барса ғаләм!Яңғырай затлы аҙан,Ҡәҙерлеһең, Рамаҙан!

Рамаҙан
Рамаҙан

Бәйләнмәгән телдәр ҙә,
Бәйләнмәгән ҡулдар ҙа,
Тамсылай изге ниәт
Йөрәктәге ҡылдарҙан.

Эй Аллаһы Тәғәләм,
Күңелдә - ап-аҡ әләм,
Ихтыярға - ихтыяж,
Рух көсө - бар хискә таж.

Бәйләнмәгән телдәр ҙә,
Ҡапланмаған ауыҙ ҙа,
Үҙенән үҙе яҡшыға
Ынтыласы яуыз да...

Йә Аллаһым, Йә Раббым,
Ожмах - тормош карабы,
Ураҙа бит, ураҙа,
Мөхите һуң - саф, таҙа.

Яҡты доға - телдәрҙә,
Ғәм моронлай көлдәрҙә,
Йөрәктә  бер ышаныс
Мөлдөрҙәйме? Мөлдөрҙәй!

 

Автор:
Читайте нас: