+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Март , 10:00

Йә, Илаһым!

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА Йә, Илаһым... Яҡты донъяларғаҺыналыуҙар өсөн киләбеҙ...Тәүбә итеп, хаталарҙан киреҠайтыу юлын һиндә күрәбеҙ...

Йә, Илаһым!
Йә, Илаһым!

Йә, Илаһым, Һин шәфҡәтле, бөйөк!...
Заман ахырҙарын
күрһәтмә,
Ҡан көҫәгән яуыз хаиндарҙы
Тәхеттәргә берүк үрләтмә...

Һүндерә күр һуғыш усаҡтарын,
Беҙҙең артыҡ ғәзиз улдар юҡ!
Ҡайтарырға яуҙа ауғандарҙы
Теге донъяларҙан юлдар юҡ.

Йә, Илаһым, ишет әсәләрҙе...
Теүәл генә булһын улдары,
Һаҡлай күрсе сабый аталарын,
Асыҡ итсе ҡайтыр юлдарын.

Хакимдарға бер үк аҡыл күндер,
Баштарына аң бир, Аллаһым...
Күрһәтмәсе яҡты донъяларҙың
Көйөп, көл-күмергә ҡалаһын.
Ҡотҡара күр, Ғаләм буйлап гиҙгән
Ер исемле Йыһан балаһын!
Ҡотҡара күр...

Фото: гофроторг.рф

Автор:
Читайте нас: