+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Апрель , 08:00

Яҙым

Ниндәй хозур яҙым-гүзәл донъям-Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.Сыйырсыҡтар йырлай, тамсы уйнай,Яҙғы концерт-яҙғы тамаша!

Яҙым
Яҙым

Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр килә
Һарай башы-һалам ҡыйыҡта.
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙар яҙ еткәнгә,
Яҙ йырҙарын йырлай тауыҡтар!

Һабантурғай һайрай, эй, талпынып,
Зәңгәр күктән ергә моң аға!
...Яҙым килә ергә, гүзәл яҙым,
Йыр яңғ(ы)ратып бөтә донъяға!

А. Айытҡолова.

Автор:
Читайте нас: