+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Апрель , 08:00

ПРЕМИЯНЫ БИРӘЛӘРМЕ?

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Премияны бирәләрме?Премияны алалар.Ғәҙел баһа бирә торғанЮҡ бит хәҙер ағайҙар.

ПРЕМИЯНЫ БИРӘЛӘРМЕ?
ПРЕМИЯНЫ БИРӘЛӘРМЕ?

Кемдең, ҡасан күргәне бар
Ғәҙел баһалағанды?
Кешене түгел, ижадты
Баһаға һайлағанды.

Берәүҙең яҡын дуҫы бар,
Берәүһенең – туғаны.
Ярай, көтөп торор, тиҙәр,
Эше лайыҡ булғаны.

Премияны бирмәйҙәр ул,
Уны һорап алалар.
Берәүҙең ҡулынан йолҡоп,
Икенсегә һоналар.

Премияны, юҡ, бирмәйҙәр,
Уны тартып алалар.
Бүләккә ҡушып, намыҫты
Кеҫәләргә һалалар.


Автор:
Читайте нас: