+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Апрель , 08:00

Доға ҡылам

Доғаларым ҡылам һәр көн һайынИҫән йөрөһөн тип балаҡайым,Юлдаш булһын изге теләктәрем,Ярҙам бирсе, Раббым Аллаҡайым..

Доға ҡылам
Доға ҡылам

Ауырлыҡтар уны урап үтһен,
Маҡсатына балам барып етһен,
Тулы тормош менән донъя көтһөн,
Изге доғаларым ярҙам итһен...

Уңыш булһын, балам, эштәреңдә,
Бөтмәҫ көстәр артһын йөрәгеңдә,
Ныҡ тор, балам, әйткән һүҙҙәреңдә,
Ҡыйыу атла яҙмыш үрҙәренә.

Доғаларым, изге доғаларым,
Ярҙам итегеҙсе балама,
Рәхмәтле һәм Рәхимле бул, тиеп
Ялбарамын Раббым Аллама...

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Фото: яндекс

Автор:
Читайте нас: