Бында ҡышы ла ҡыш һымаҡ түгел,
Осоп йөрөмәйҙәр ҡоштары,
Йәнлектәр ҙә ҡурҡып ҡасып бөткән
Янып көйгән ағас баштары.
Әсәкәйем, һине бик һағындым,
Балаҡайым, тигән һүҙеңде,
Ҡасан һуғыш туҡтар...ҡайтып әсәй
Ҡосаҡлар инем мин үҙеңде.
Ярар, һау бул, әсәй, мин иҫән-һау,
Һин дә , әсәкәйем, бирешмә,
Мин ҡайтырмын, әсәй, еңеү яулап
Ватан өсөн булған көрәштә.-
ӘСӘ:
Һаумы, улым! Шылтыратыуыңа
Күҙ йәштәрем тамып ҡыуандым,
Һинең тауыш килгән телефонды
Йөрәгемә ҡыҫып йыуандым.
Мин арыумын , хоҙайыма шөкөр,
Яңғыҙ йәшәп ятам бирешмәй,
Яугир улдың әсәһенә, улым,
Бирешеүҙәр һис тә килешмәй.
Ауыл менән яугир һалдаттарға
Ярҙам итеп йыйҙыҡ әйберҙәр,
Тыуған яҡтың сәләмдәре булып
Донбасс яҡтарына китерҙәр.
Айырым посылка әҙерләнем
Яҙҙым улым һинең исемде,
Һалдым ҡорот, ҡайнатма, бауырһаҡ,
Ҡорт балын һәм үлән сәйҙәрен,
Сәй эскәндә иҫкә төшөрөрһөң
Үҙебеҙҙең яҡтың йәйҙәрен.
Йылы кейем һалдым, балаҡайым,
Башалтайҙар һиңә бәйләнем,
Һәр күҙенә ошо бәйләмемдең
Ҡуштым изге әсә теләген.
Өйҙә йылы, тышта ла көн матур,
Күбәләктәй ҡарҙар яуалар,
Күршеләге Мәүсилә, Гөлсара
Инеп хәлде белеп торалар.
Улым, һине иҫән йөрөһөн тип
Көн дә доғаларым уҡыйым,
Башҡа бер ни эшләй алмайым бит..
Бары хоҙайымдан һорайым.
Һау ғына бул, минең улыҡайым
Берҙәнберем , минең балаҡайым..
УЛ:
Һаумы, әсәй!Минең берҙәнберем,
Сәләм ебәрәм яу ҡырынан,
Һинең һалған посылканы алып
Кейемдәрең кейеп ҡыуанам.
Һинең һалған күстәнәстәр менән
Иптәштәремде лә һыйланым,
Бал, ҡоротлап сәйҙәр эскән саҡта
Тыуған яҡтарымды уйланым.
Әсәкәйем, рәхмәт! Бәләкәйҙән
Һин илһөйәр итеп үҫтерҙең,
Шуға ла Ватанымды һаҡларға
Мин үҙ теләгемде белдерҙем.
Барыһын да әйтергә ярамай,
Әсәкәйем, мине ғәфү ит..
Һин бит миңә ғүмер бүләк иткән
Донъяла иң ғәзиз кешем бит.
Һуғыш ҡаты..Мин алғы һыҙыҡта..
Алда ниҙәр булыр, белмәйем.
Әгәр яуҙан йәнһеҙ кәүҙәм ҡайтһа,
Мине мосолманса ерләгеҙ.
Иламасы әсәй, сәләм тапшыр
Барлыҡ мине белгән кешегә,
Ҡурҡыуҙы белмәгән яугирмен мин
Ватанымды һаҡлау эшендә.
ӘСӘ:
Төрлө хәбәрҙәргә ышанманым..
Миңә, улың үлгән ..тинеләр,
Тик улымдан хәбәр юҡлығына
Күңелемә шиктәр инделәр..
Төнөн йоҡлар йоҡом йоҡо түгел,
Серем итһәм тертләп уянам..
Ишек асып : Һаумы, әсәй! тиеп
Килеп керһәң ине улғынам...
Хәбәр килде..Килде ҡара хәбәр,
Һинең хеҙмәт иткән ереңдән,
Батырҙарса һәләк булды тиеп
Командирең һинең ебәргән..
Был ҡайғыға нисек түҙәйем һуң..
Һин бит ҡайтам тиеп киткәйнең,
Өйҙәр һалып, үҙ тормошоң ҡороп
Йәшәргә тип өмөт иткәйнең..
Өмөттәр ҙә селпәрәмә килде,
Ап-аҡ ҡыштың ғинуар айында,
Шартлап торған ҡаты һыуыҡ көндө
Ҡара ҡайғы беҙҙең ауылда.
Ҡапҡа төптәрен дә таҙарттылар,
Түрә-ҡара йөрөй йүгереп,
Ниҙәр кәрәк тиҙәр, шул әйберҙе
Бирербеҙ тип .апай, килтереп..
Табут ҡайтты..унда минең улым..
Берҙәнберем минең улҡайым,
Ниңә инде бындай ҡайғыларҙы
Күрһәтәһең миңә, хоҙайым?
Һинең батырлыҡты һөйләнеләр,
Улың герой тиеп әйттеләр,
Минең яндарыма килеп баҫып
Усҡа орден һалып киттеләр..
Улыҡайым, ғәзиз улым , һине,
Алыштырҙыммы ни орденға???
Миңә уның һис бер кәрәге юҡ..
Ғүмер кәрәк ине улыма..
Эй, ҡәһәрле һуғыш..Улым , һин үҙең бит,
Үҙең теләп киттең һуғышҡа,
Үҙ теләгең булған өсөн генә
Күнермен мин ауыр яҙмышҡа.
Йыуанырмын зыяратҡа барып
Унда һинең менән һөйләшеп,
Мәктәбеңә барып әйләнермен
Һинең хаҡта хәтер өләшеп.
Ғүмер буйы мин көтөрмөн һине
Ишек асып килеп керер тип,
Әйтер кеүек : Әсәй, мин ҡайттым бит
Иҫән-имен йөрөп ҡайттым , тип.
Фото: www.business-gazeta.ru