+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Апрель , 09:00

ҠАРҒА ФАЖИҒӘҺЕ

Илгиз ИШБУЛАТОВ Бер ҡарғаны ултырттылар түрә итеп.Кейҙе Ҡарға һары костюм, ҡыҙыл кикрек,Үлгән бөркөт тырнаҡтарын алғас тағып,Ярандары «күрмәҫ булды» уның таҙын.

ҠАРҒА ФАЖИҒӘҺЕ
ҠАРҒА ФАЖИҒӘҺЕ

Ҙур ҡаяға тәхетенә мендерҙеләр.
«Һин бөйөк», – тип зиһененә һeңдерҙеләр.
Хәҙер ҡарға – ғали йәнәп, түгел ябай,
Һөйләшкәндә телеңде тый, бул һин абай.

Тик Ҡарғабыҙ ни өсөндөр ҡалды баҙап,
Тырнаҡтары булды уға ҡаты ғазап:
Осам тиһә, аҫҡа һөйрәй шәп ҡоралы –
Тәхетенән тар ләхеткә ул ҡоланы…

Кәрәкмәйҙер был кәмиттән яһау хикмәт.
Батшаларға бөтәбеҙҙән тоҙ һәм икмәк.
Көллөгөҙгә биргем килә тик бер һорау:
«Ҡарға булһаң ник үҙеңдән Бөркөт ҡороу?!»

Автор:
Читайте нас: