+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Апрель , 09:30

"ЭЙЕ"

Фирүзә АБДУЛЛИНА “Юҡ” тип әйтергә өйрәнәм,Ялҡытты “эйе” генә,Кеше күңелен күрәм тип,Көс төштө эйәгемә.

"ЭЙЕ"
"ЭЙЕ"

- Эйе, ярай, - тип йәшәнем,
Арыным “эйе”ләрҙән,
Кәрәк-кәрәкмәгәндәргә
Башымды эйеүҙәрҙән.

Әҙәпле булам тиһәң дә
Әҙәпһеҙ башҡа менә,
Тәртип һаҡларға тырышһаң,
Тәртипһеҙ төртмәҫ тимә!

Тыйнаҡ булыу – модаларҙан
Сығып бөткән замана,
Ситкә ярарға тырыша
Хәҙер бары диуана!

- Тиң дуҫ булам!- тиһәң,
- Әйҙүк!
- Эйе, - булыр яуабым,
Ярҙамдан да баш тартмайым –
Уның оло сауабы.

Ә шулай ҙа ябайлыҡтан
Файҙаланыусы байтаҡ,
Ваҡыттыр теләһә кемде
Яҡынлатырға байҡап.

Үҙемде-үҙем өгөтләп,
Ҡайнаны буғай мейе:
- Юҡ! – тип әҙерләп торһам да,
Ысҡына һаман “эйе”...

 

Автор:
Читайте нас: