+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Апрель , 08:00

Ауыл өйө

Ҡапҡа төбө.Танышыма килдем.Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ.Килде заман. Ауыл өйҙәрендә -Хәҙер ҡырылмаһа ҡырҡ йоҙаҡ.

Ауыл өйө
Ауыл өйө

Үҙәктәрҙе өҙөп,иҫкә төшә
Баласаҡтың кескәй йорттары.
Асыҡ ишек алды.Ел ҡапҡалар.
Етеле шәм янған уттары.

Күрше өйҙәрҙең бар балалары
Өйҙән - өйгә йөрөп,уйнаныҡ;
Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та,
Берәү һуҡранманы,тыйманы.

Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине,
Ябай ине ул саҡ күңелдәр,
Йыһаз да юҡ ине ул өйҙәрҙә,
Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр.

Юҡ инде ул өйҙәр.Урынында -
Оло йорттар.Йыһаз затлынан.
Ишек алды тулы - машиналар,
Кеше көлә хәҙер атлынан.

Күрше һирәк инә күршеһенә,
Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ.
Тимер ҡойма аша ихатаға
Аяҡ ослап ҡына ҡарарлыҡ.

Өйҙән - өйгә йөрөп уйнамайҙар,
Үҙ өйөндә - яңғыҙ балалар,
Күмәк балалылар һирәк хәҙер ,
Был донъялар ҡайҙа баралар!

Кәштә - кәштә кейем,ашау мулдан,
Тормош һис тә түгел аҙаплы.
Тик ниңәлер,ҡапҡа ғына түгел,
Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы...

Флүрә МАЛИКОВА.

Автор:
Читайте нас: