-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Май , 18:00

УЙЛАНЫУ

"Кәфенлектең кеҫәһе юҡ”, - тиҙәр,Белмәй әйтмәҫ уны киҫкәндәр...Үлгәндәрҙән яуап алып булмаҫ,Беҙ уйлайыҡ әле, иҫәндәр!

УЙЛАНЫУ
УЙЛАНЫУ

Бер уйлайыҡ: нисек яҡшылыҡтың
Табырға тип алтын уртаһын?
Белмәйбеҙ бит яуап бирер көндөң
Ҡасан килеп ҡулдан тотаһын...

Байлығыбыҙ хәләл табылғанмы,
Әллә хәрәм микән бары ла?
Йәшәгәндә ҡолаҡ һалғанбыҙмы
Аты-әсәбеҙҙең зарына?

Булыштыҡмы туған-ҡәрҙәштәргә
Яуабына бер ни һорамай?
Үкенестәр тоҙо сыҡмаҫ күҙҙән,
Сыҡмайҙыр ул әрнеп иламай.

Ашыҡтыра ғүмер, арбаһында
Гел һикертеп беҙҙе саптыра.
Тик берәүгә генә булышһаң да
Күңелдәрең аҙаҡ яҡтыра.

Байлыҡ нимә? Бөгөн бар ул, ярар!
Ә иртәгә фәҡир ҡалынһа?
Һин бай, әгәр үлеп киткәс,
Доға уҡыр кешең табылһа.

"Кәфенлектең кеҫәһе юҡ", - тиҙәр,
Мал кәрәкмәй бит ул "тегендә",
Һин бай, күңелең булһа ихлас,
Матур һүҙҙәр булһа телеңдә.

Гөлнур АЙЗАТ.

Фото: gas-kvas.com

Автор:
Читайте нас: