+28 °С
Облачно
Шиғырҙар
12 Мая 2024, 04:00

БӘНДӘ БЕЛЕКҺЕҘЛЕГЕ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Бәндә бәхетле сағындаРәхәт ҡәҙерен белмәй,Ҡыйын хәлдә ҡалмайынсаРәхмәт ҡәҙерен белмәй!

БӘНДӘ БЕЛЕКҺЕҘЛЕГЕБӘНДӘ БЕЛЕКҺЕҘЛЕГЕ
БӘНДӘ БЕЛЕКҺЕҘЛЕГЕ

Янында ише булғанда
Яңғыҙлыҡ зарын белмәй,
Байлығы баштан ашҡанда
Мохтажлыҡ барын белмәй.

Ер емереп йөрөгәндә
Тәндә сир барын белмәй,
Хыянатты татымайса
Йәндә кер барын белмәй.

Күктән осоп йөрөгәндә
Аҫта ер барын белмәй,
Ғүмер яңы башланғанда
Ҡара гүр барын белмәй.

Фото: gas-kvas.com

Автор:
Читайте нас