+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Май , 08:00

Ҡуян күстәнәсе

Бала саҡтың татлы хәтирәһе –Ҡуян күстәнәсен һағынам.Күпме тәмлекәстәр сыға инеАтайымдың урман тоғонан!..

Ҡуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе

Әкиәттән сәләм: имеш, тағы
Таныш ҡуяныбыҙ осраған...
Һәр кемгә лә өлөш тейһен тиеп,
Күстәнәстәргә ҡарап торам.

Баш тартмайҙар хатта өлкәндәр ҙә,
Һуҙғанымды маҡтап тәмләйҙәр...
Берәй баҙар кәштәһендә бөгөн
Юҡмы икән ошо мәмәйҙәр?!.

Шомһоҙ бала саҡҡа аҙға ғына
Ҡайтарһындар ине яңынан!
...Атайымдың эштән алып ҡайтҡан
Ҡуян күстәнәсен һағынам.

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА.

Автор:
Читайте нас: