Яйлап яуған ҡарлы ямғыр һыуы,
Ағып төшә йырын – үҙәктән.
Был тәбиғәт бөтмәҫ мөғжизә тип,
Тәҙрә аша көндө күҙәтәм.
Ҡар ҡатышлап тышта ямғыр яуа,
Тау биттәрен ап - аҡ ҡар япҡан.
Әйтерһең дә май аҙағы еткәс,
Хәл белергә тиеп ҡыш ҡайтҡан...
М. МӘҒӘСҮМОВ.
Фото: sun9-50.userapi.com