Өҫтө башты ҡарап, төп -төҙ баҫып
Йөрөгәнде халыҡ тиҙ күрә.
Аптырарлыҡ инде был бисара
Ҡасан донъя көтөп өлгөрә?
Йорт ҡураһы йыйнаҡ, өйө таҙа, өҫтәлендә тулы һый-хөрмәт.
Балаларың тәрбиәле-бөхтә,
Нисек өлгөрәһең әхирәт.
Ауыл ере өсөн аҙым һайын,
Ир ҡулдары кәрәк ярҙамға.
Күпме ғәйбәт, күпме гәйептәрҙе.
Өлгөрҙөләр һиңә яғырға
Һыуҙан таҙа, ҡарҙан саф булһаң, да
Йоғор бысраҡ -яҡлар кешең юҡ...
Ә шулай ҙа башты тот юғары!!!!
Йәштәреңде зинһар эскә йот!!!
Һиңә ҡарап әйҙә һөйләһендәр
Көнләшһендәр әйҙә күптәре!
Ғорур баҫып, әйҙә үт урамдан,
Емерелмәй микән күктәре!!!
Бары берҙә кемдең кем икәнен
Халыҡ белә, кеше күрә бит!!!
Ваҡыт үҙе ҡуя баһаларҙы,
Бар көсөңдө туплап сабыр ит...
Һоҡланһындар әйҙә арттан ҡарап.
Көнләшһендәр әйҙә үҙеңә!!!
Сабыр төбө булыр һары алтын,
Ә хәҙергә түҙ ҙә түҙ генә...