+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Май , 08:00

ЯРАТЫУ

Гөлназ ҠОТОЕВА Яратыуҙан арып була микән?Яратыуҙан булмай һис туйып.Яратҡаның һине яратҡанда,Яратыуға булмай сик ҡуйып.

ЯРАТЫУ
ЯРАТЫУ

Яратыуҙан арып булмайҙыр ул,
Үҙлегеңдән үҙең яҡтырта.
Яратыуҙан булмайҙыр ул туйып
Көйрәп көл-күмергә ҡалып та.

Яратыуҙан ҡасып була микән?
Китеп була микән ҡалдырып?
Көтөп була микән килмәҫтәйҙе
Күҙҙең нурҡайҙарын талдырып?

Яратыуҙан туҡтап була микән,
Ялмап алғанында йәнде ут?
Яратыуға инер юлдар бар ҙа,
Кире ҡайтыр ғына юлдар юҡ.

Фото: polinka.top

Автор:
Читайте нас: