+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Май , 08:00

Саф уйҙар

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА Ҡапыл ғына тыуған яҙҙар кеүекҠапыл бөтһөн ине һуғыштар.Бер иртәлә хәбәр килһен ине:- Ошо мәлдән алып Ер йөҙөндәТөҙәтелер барлыҡ яңлыштар.

Саф уйҙар
Саф уйҙар

Төҙәтелер быға тиклем булған,
Ғәҙелһеҙлек, нахаҡ, хаталар.
Йәберләнгән һәр кем : "Кисер" - тигән,
Нурҙан ғына торған хат алыр.

Һәләкәткә китеп барған юлда
Ҡалҡып сығыр Иман - бағана.
Йыһан әйтер: "Кеше, туҡта, уйлан.
Ҡотолоуың шарты - баҡ, ана."

Асылына ҡайтыр һәр бер күңел,
(Яуыз булып тыумай сабыйҙар).
Ҡараңғылар буталышҡан ергә
Өйкөлөшөп килер саф уйҙар.

Яраланған Ерҙең яраларын
Имләй торған ысул табылыр.
Сарсағанда һыуһын ҡандырырға,
Һәр юлсыға шишмә тап булыр.

Йәннәт Ерҙә булыр. Кешелектең
Уйында ла булмаҫ ҡан ҡойош.
Көнсығыштар: " Именлеккә! " - тиһә,
"Амин - амин! " - тиер көнбайыш.

...Ҡапыл тыуған йәмле яҙҙар һымаҡ,
Ҡапыл тыуһын ине тыныслыҡ.
...Кешеләрҙән бары доға кәрәк -
Ҡабул итеп, ҡабул ҡылыр өсөн
Юғарыла Бөйөк Аң асыҡ.
Амин!

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:
Читайте нас: