Яңы маҡсат әйҙәй, саҡыра,
Туҡтап, артҡа табан әйләнергә
Ваҡыт етмәй ҡала саҡ ҡына...
Ығы-зығы менән ғүмер үтә –
Ҡабатланмаҫ ғәзиз минуттар...
Баҫылырмы икән берәй ваҡыт
Тынғы бирмәй янған был уттар?
Ҡатмарлымы шулай был донъялар?
Ҡатмарламайбыҙмы үҙебеҙ?
Күп кәрәкмәй бит ул бәхет өсөн –
Етә ҡайсаҡ тик бер һүҙебеҙ.
Етә ҡайсаҡ тик бер йылмайыу ҙа,
Күп кәрәкмәй бит ул күңелгә,
Әрәм үткәрмәйек бер ғүмерҙе –
Ваҡытлыса килдек был ергә...