Ауылдарҙың ырыҫ, йәшәү көсө
Һыйырҙарҙың ап-аҡ һөтөндә,
Гөбөр-гөбөр тамған тамсыларҙан
Ҡот күперә һөттөң өҫтөндә.
Күҙгә элмәҫ йәмдән илһам алған,
Хыялый ҙа үҙем бер бәндә,
Хатта, ауыл матурлығын күрәм
Ҡар аҫтында ҡалған кәбәндә.
Ауыл йәшәй, әгәр, кер бауында
Елберләһә бәпес кейеме...
Тормош дауам итә бында, тимәк,
Алмаш быуын үҫә. Эйеме?
Ауыл бөтһә-йәшәү йәме бөтөп,
Донъя туҡтар кеүек, ниңәлер...
Беҙҙең йәнгә әсә һөтө менән
Тыуған ерҙең еҫе һеңәлер...
Йәшә генә ауыл, йәшә генә,
Төтөн, икмәк еҫен аңҡытып!
Ҡаршыла һин килгән - киткәндәрҙе
Урам уттарыңды балҡытып.
Әнисә Махийәнова - Ғәлина.
Фото: svetakom.ru