-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
14 Август 2024, 14:30

Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ шиғырҙары

ҠОЙО* Берәү барып төшһөн тиеп, Соҡоном бер саҡ ҡойо.   Йәнәһе, шулай берәүҙән Үс алыу ине уйым.

Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ шиғырҙары
Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ шиғырҙары

Тик... шифалы, саф һыу менән

Тулды соҡоған ҡойо.

 

Ул берәү миңә рәхмәттәр

Уҡый нисә йыл буйы...

--------

*ҡойо – ҡоҙоҡ.

 

СҮП ҮЛӘНЕ

Мин, гүйә, бер сүп үләне

Был тормош баҫыуында.

Йәшәү өсөн алыш-көрәш

Бара туҡтауһыҙ бында.

 

Мин, гүйә, бер сүп үләне:

Мин әрһеҙ, көслө, сыҙам.

Әгәр өҙөп ырғытһалар,

Яңынан шытып сығам.

 

Ҡырауға ла мин бирешмәм,

Һәм сер бирмәм эҫегә.

Хатта ел-дауылдар ҙа бер ни

Түгел минең ишегә.

 

Мин, гүйә, бер сүп үләне –

Наҙлап үбеүсе лә юҡ.

Тупрағымды йомшартыусы,

Һыуҙар һибеүсе лә юҡ.

 

Йәшәйем мин һаман шундай

Үләндәр араһында.

Үҙҙәрен сәскәгә тиңләп

Йөрөгәндәр араһында...

 

БӘХӘСЛӘШЕҮ

Бәхәсләште ир һәм ҡатын.

Ир әйтте: “Иртә таңдан

Ауылға ҡайтабыҙ - әсәйҙең

Баҡсаһы уталмаған”.

 

Ҡатын әйтте: “Ваҡытымды

Әрәм итмәйем юҡ-барға.

Беҙҙе әсәйем саҡырҙы

Ер еләге йыйырға”.

 

Бәхәс ҡыҙҙы.

Тора-бара

Хәтерләтте ул яуҙы.

...Иртәгәһең, таңдан алып

Көн буйы ямғыр яуҙы...

Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ.

 

Рәсим Шәфи-Рәхмәт (Рәсим Рәшит улы Рәхмәтуллин) 1964 йылдың 1 мартында Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған.    Әрменән һуң Мәскәү технология институтының Өфө филиалында юғары белем ала. 1990 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. 3. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә дүрт шиғыр китабы донья күрә. 2014 йылдан – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Стәрлетамаҡ яҙыусылары ойошмаһының Хәким Ғиләжев исемендәге премияһы лауреаты.

 

(“Ағиҙел” журналы, №08, 2024 йыл. Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ, “Беләм, быйылғы көҙ тағы һағыш алып киләсәк”).

Автор:
Читайте нас: