Атай-әсәйҙәр ҡалдырған
Иң аҫыл мираҫ — Туған!
Туғанымдан йөҙ сөйөрһәм,
Ул саҡта мин кем булам?!
Янда булғанда беләйек
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен,
Иҫән саҡта бирһен Хоҙай
Туғанлыҡтың әжерен.
Яттар ярлыҡамаҫ, әммә
Үҙеңдеке үлтермәҫ —
Туған биргән йылылыҡты
Сит-яттар беҙгә бирмәҫ.
Туған туғанға һыйынып
Йәшәйек әле татыу.
"Аһ..." тип аҙаҡ үкенеүҙән
Үткәндәргә юҡ ҡайтыу.
Айырылмайыҡ туғандан,
Үҙеңдеке — үҙәктә,
Айыра ул тормош үҙе
Хатта теләмәһәк тә!
Туғанлыҡ ептәрен өҙмә —
Ишет Аллаһ әмерен,
Әхирәттә насип итһен
Туғанлыҡтың әжерен.
Гөлзифа Исрафилова.