Өлкәндәрҙең һөйләшкәне
Һаман әле хәтерҙә:
— Ҡайҙа киттең, Өммөгөлсөм,
Сумкаң тулы йомортҡа?
— Йыраҡ түгел, барып ҡайтам
Үҙебеҙҙең городҡа...
... Көндән - көнгә тормош матур,
Донъялар ҙа үҙгәрә,
Замананың ҡыйынлығы
Тейеп үтте беҙгә лә.
Өҫтөбөҙҙә кейем туҙһа,
Бөлөп китһә донъябыҙ,
Йомортҡалар йөкмәйбеҙ ҙә
Магниткаға таябыҙ.
Көн дә ашап бүккән ризыҡ —
Танһыҡ бит ул урыҫҡа.
... Минең әсәй һөрән һала
Шаулап торған городҡа:
— Купи, Таня, йомортҡа,
Бери, Маня, йомортҡа,
Китә ыҙғыш, китә талаш:
— Что - то яйцо маловат?..
— Это, Маня, тауыҡ түгел,
Сатан петух миноват...
Оҫта итеп алдай белгәс,
Һә тигәнсә бөтәбеҙ,
Колбаса ла, бутҡа ашап,
Йырлап ҡайтып китәбеҙ.
Ә шулай ҙа мандыманыҡ,
Аҡса беҙҙә торманы.
Йомортҡалар һатып ҡына
Яңырттыҡ беҙ форманы.
... Магниткаға килгән һайын
Сәләм бирәм һәр йортҡа...
Бала сағым үтеп китте
Һата - һата йомортҡа.
Шул саҡтарҙы бер хәтерләп,
Йөкмәп алып йомортҡа.
Киттек, әсәй, киттек әйҙә
Шаулап торған городҡа!
Шундай яҡын городҡа.
Фото: inpearls.ru