-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Сентябрь 2024, 18:10

Матурлыҡ бит ваҡытлыса...

Йәш саҡтағы фотоларҙы Ҡыҙым ҡарап, минән һорай: “Матур ғына булғанһың бит, Тик үҙгәрҙең ниңә былай?”

Матурлыҡ бит ваҡытлыса...
Матурлыҡ бит ваҡытлыса...

Һораны ла, ул онотто...
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.
Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.
Йыйырсыҡтар маңлайымда
– Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны
— Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.
Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым
– Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.
Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй:ү — сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.
Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.
Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.
Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ.

Фирүзә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас: