Ә тауҙарҙың ымһынғаны шулмы ни —
Көҙ мәлендә көҫәгәне дыммы ни?
Уларға бит шифа ямғыр яҙ кәрәк,
Ә көҙгөһөн сыуаҡ кәрәк, наҙ кәрәк.
... Быйылғы көҙ иртә килә бигерәк,
Ямғырҙар ҙа йылдағынан күберәк.
Төштәремә инәһең йыш уғата,
Уянам да үҙеңде йыш юғалтам.
Йылдың-йылы матурлығың юйылыр,
Бынау көҙгө япраҡ һымаҡ ҡойолор.
Ерҙә тыуған бер матурлыҡ, һин булып,
Хәтерем менән ергә ҡалыр уйылып...
Быйылғы көҙ иртә килә бигерәк,
Ямғырҙар ҙа йылдағынан күберәк.
Кемдер айыҡ.
Мин — һөйөүҙән иҫергән.
Көҙ тауҙарға һары ҡашмау кейҙергән.
Фото: culture.ru