-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Сентябрь , 08:00

Әбейҙәр сыуағы

Гүзәл СИТДИҠОВА Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,Ҡойолдо ла инде уҡаһы.Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,Йәйҙәремде килә тотаһым.  

Әбейҙәр сыуағы
Әбейҙәр сыуағы

Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.

Фото: rutube.ru

Автор:
Читайте нас: