+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
17 Сентябрь 2024, 08:55

Уҫал заман

Бер кем бер кемде ишетмәйНиндәй уҫал заман был?!Кисә дуҫ булғандар бөгөнБереһен-бере яманлай.

Уҫал заманУҫал заман
Уҫал заман

Бер кем – бер кемгә кәрәкмәй,
Һәр кемдең үҙ донъяһы,
Һәр кем үҙенә бикләнгән,
Мул булһын тик ояһы!
Онотолдо сәй эсеүҙәр,
Күршеләр менән бергә,
Хатта туғандар күрешмәй
Йылдар буйына бер ҙә.
Этеп-төртәләр халыҡты,
Түрәләр һүҙе “дөрөҫ”,
Улар үҙҙәрен онотмай,
Ҡулдарында бар өлөш.
Берҙе һөйләй, кире эшләй
Башҡаларҙы уйламай,
Байлыҡ етмәй түрәләргә
Нәфсеһен һис тыя алмай.
Ниңә шулай шашыныуҙар
Тартмайса тормош йөгөн?
Әллә шуға күңелдәр ҙә
Тимерҙәй ҡатҡан бөгөн?!
Берәүҙәре тапап үтә,
Дуҫтарын, яҡындарын,
Тик бер көндө юғалталар,
“Гөнаһ”лы тапҡандарын.
Бер кем бер кемде ҡайғыртмай
Ҡайҙа бара кешелек?
Әгәр шулай дауам итһә,
Донъя бөтөр ишелеп,
Йәшә шуны төшөнөп!
...Яҙмаһын таш быуаттарға
Ҡайтырға беҙгә ҡабат,
Хаҡлыҡ, дуҫлыҡ тергеҙелһен,
Саң ҡағып, һуғайыҡ набат!
Бергә һуғайыҡ набат!

Радик ХӘКИМЙӘН.

Автор:
Читайте нас