0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Сентябрь 2024, 15:40

ИРКӘЛӘТЕП

Мәрйәм көн дә ирен тиргәй:“Шымтояҡ, күҙең сыҡҡыр.Был донъяла һинең кеүекҒәмһеҙ, мут ирҙәр юҡтыр.Ҡайҙа булдың өс көн буйыКиттең дә һин балыҡҡа?

ИРКӘЛӘТЕП
ИРКӘЛӘТЕП

Йөҙөң ҡасҡан. Таушалғанһың
Ҡарурманда ҡалып та.
Кемдәр менән күңел астың,
Әйтсе миңә, Шүрәле?
Аҙып-туҙып йөрөүҙәрең
Һиңә ләззәт бирәме?”
Юлай һөйгән ҡатынына
Таба алманы яуап та.
Бер гонаһһыҙ ғәйепләнде
Ҡылмаһа ла ул хата.
Була икән был тормошта
Шундай хәлдәр ҡай саҡта.
Юлай әйтә: “Ҡатынымдың
Ярһыуҙарын тиҙ баҫамын,
Иркәләтеп – ҡосаҡлап”...

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ.

УЯН, ЙОҠЛАМА

Һөйәм һине, тик һин –
ҡаты бәғер,
Көн дә бер шарт миңә ҡуяһың,
Аҡсам булһа ғына яратаһың,
Мөхәббәттең йәмен юяһың.
Юҡ, олигарх һиңә кәрәк түгел,
Тик өйҙә лә бушҡа ятмаһын.
“Берәй эшкә һыпырт бөгөндән”,
– тип
Юҡты һөйләп башты ватаһың.
Ҡайҙа барһаң, блаты,
сваты кәрәк,
Завод-фәлән күптән ябылған,
Тимер юлы ҡалған ҡалыуға ла,
Уға ла бит көрсөк ҡағылған.
Себер-яҡҡа сығып китһәм әгәр,
Айҙар буйы ҡайтып булмай бит,
Ник был һөйөү, онлайн,
дистант аша
Ҡосағыңа ятып булмай бит.
Башҡа хәл юҡ! Ташланам да ҡуям,
Бер поездың барып аҫтына,
Беләм, ауыр була тәүҙә генә,
Еңеләйер, түҙһәң саҡ ҡына...
Ул көн килде.
Уңда, һулда ла рельс.
Өҫтә вагон... Уян, йоҡлама...
Слесарь булып
урынлаштым бөгөн
Депола эш көнөм башлана.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

УҪАЛ ЗАМАН

Бер кем бер кемде ишетмәй
Ниндәй уҫал заман был?!
Кисә дуҫ булғандар бөгөн
Береһен-бере яманлай.
Бер кем – бер кемгә кәрәкмәй,
Һәр кемдең үҙ донъяһы,
Һәр кем үҙенә бикләнгән,
Мул булһын тик ояһы!
Онотолдо сәй эсеүҙәр,
Күршеләр менән бергә,
Хатта туғандар күрешмәй
Йылдар буйына бер ҙә.
Этеп-төртәләр халыҡты,
Түрәләр һүҙе “дөрөҫ”,
Улар үҙҙәрен онотмай,
Ҡулдарында бар өлөш.
Берҙе һөйләй, кире эшләй
Башҡаларҙы уйламай,
Байлыҡ етмәй түрәләргә
Нәфсеһен һис тыя алмай.
Ниңә шулай шашыныуҙар
Тартмайса тормош йөгөн?
Әллә шуға күңелдәр ҙә
Тимерҙәй ҡатҡан бөгөн?!
Берәүҙәре тапап үтә,
Дуҫтарын, яҡындарын,
Тик бер көндө юғалталар,
“Гөнаһ”лы тапҡандарын.
Бер кем бер кемде ҡайғыртмай
Ҡайҙа бара кешелек?
Әгәр шулай дауам итһә,
Донъя бөтөр ишелеп,
Йәшә шуны төшөнөп!
...Яҙмаһын таш быуаттарға
Ҡайтырға беҙгә ҡабат,
Хаҡлыҡ, дуҫлыҡ тергеҙелһен,
Саң ҡағып, һуғайыҡ набат!
Бергә һуғайыҡ набат!

Радик ХӘКИМЙӘН.

ҠЫУЫҠ

Тыуған көнөң менән
Ҡотлайым,
Бөгөн рулдә, шуға
Тотмайым.
Бүләгем бар һиңә –
Шәп кенә
Тик бүлдермә һүҙем,
Саҡ ҡына.
Бөгөн һине клубҡа
Алып барам.
Бар, тием бит, зинһар,
Ялбарам.
Ниндәй тип ни, ябай
Клуб инде.
Ундайҙар ни беҙҙә
Күп инде.
Әйҙә, шуға килдем
Өйөңә.
Машинам йылы, ярай,
Кейенмә.
Ниндәй, ниндәй, подвал...
Иҫлә әле.
Беҙ йөрөгән, теге...
Китсе әле!
Оноттоңмо? Юҡтыр,
Алдама.
Килеп еттек шуның
Алдына.
Сыҡтыҡ, әйҙә, киттек,
Әй, брат,
Эскә атла, торма
Ятһырап.
Иҫләнеңме үҫмер
Саҡтарҙы?
Күтәргәндәр хәҙер
Хаҡтарҙы.
Ҡыҙыҡмы, әй? Сюрприз,
Тамаша
(Игромандың күҙе
Ҡамаша)!
Диско түгел бында,
Ағайым,
Һине уйнаттырып
Алайым.
Ултыр, әйҙә, йәнәш,
Яныма.
Бармағыңды әҙерәк
Яҙып ал.
“Фармить” итеп – еңеп
Күрһәтәм,
Уйын эстәлеген
Өйрәтәм.
Ҡушамат тап, шуны
Яҙырмын.
Һине “ник” буйынса
Табырмын.
Икәү “тапарбыҙ” был
“Табор”ҙы.
Индеңме шул? Ин һуң
Тағы берҙе.
Әһә, күрәм. Әйҙә,
Ҡыбырла.
Минең арттан ошолай
Йыбырла.
Ҙурайғансы, ҙурай,
Ем утлап.
Кем күп “ашай”, бында
Шул ота.
Ашалмаһаң үҙең,
Шул етә.
Вис ашаһаң, булаң
Бейектә!
Почет таҡтаһы бар...
Әй, ипләп!
Ҡас анауҙан, һине
Ем итмәк!
Ыбыр-сыбыр – беҙҙең
Шул икмәк...
Яҡын килһә ваҡтар,
Хуш итмә –
Бүлен, һикер алға,
Буш китмә!
Ашаныңмы? Туҡта,
Йыш нейтмә!
Тәүҙә көсәй, йыйыл,
Ем һип тә,
Ҡыуыҡтарҙы аша,
Дуҫ ит тә,
Яҡын килһә ҙурҙар,
Ҡас ситкә,
Ҙур янында ипләп –
Аш итә!
Ана, әйттем, йәшен
Ышыҡҡа!
Яҡын барма, арты
Ҡысытҡан...
Всё, йотолдоҡ анау
Ҡыуыҡтан...
Уйын ҡыйын. Тышта
Һыуытҡан...
Сама белмәү насар,
Ҡайтайыҡ.
Был ғәҙәтте ситкә
Атайыҡ.
Бер йылға һин тағы
“Ҡартайҙың”.
Кил, утыҙҙы ҡолағың
Тартайым.
Йыл һайын булмай, дуҫ,
Ултырып...
Бүләгем ҡыҙыҡмы?
Ул – ҡыуыҡ!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: