+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
26 Сентябрь 2024, 04:00

Мин ят ҡунаҡ инем был табында

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Мин ҡунаҡҡа килдем берәүҙәргә,Һыйҙан һығыла байрам өҫтәле.Сәскәләрем түрҙән урын алды,Табынға йәм-биҙәк өҫтәне.

Мин ят ҡунаҡ инем был табындаМин ят ҡунаҡ инем был табында
Мин ят ҡунаҡ инем был табында

Әммә бында һис кем асылып китмәй,
Сама белеп кенә һөйләшә.
Бала саҡтан уйнап үҫкәндәр ҙә
Бер-беренә рәсми өндәшә.

Әйтерһең дә, кемдер скрипканың
Ныҡ тарттырып ҡуйған ҡылдарын.
Көйләй алмай уны моңһоҙ күңел,
Йыр һөймәгән кеше ҡулдары.

Ялғанманы һүҙҙәр, уйҙар, йырҙар –
Мин ят ҡунаҡ инем уларға.
Сығып киттем ихласлыҡты эҙләп,
Саф һауаға, шаулы урамға.

Фото: zastavki.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас