0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Октябрь 2024, 08:00

Балан тәме

Ауыҙ ҡурыр әсе балан тәме –Бала саҡты иҫкә төшөрҙө.Хәтерләүҙәр шул осорға илтә,Болоҡһотоп ҡына күңелде...

Балан тәме
Балан тәме

Һары көҙҙә әсәм Ташморонға,
Алып барыр ине баланға.
Йырлай-йырлай балан йыя инек,
Бигерәк бешкән, балан ҡырауға!


Баҙрап торған һутлы емештәрҙе
Тиреп алғас, биҙрә тултырып.
Өйҙән алған сәйҙе тәмләп эсеп,
Хәлдәр алыр инек ултырып.


Бәлеш ҡуйыр ине, әсәй ҡайтҡас,
Бер тултырып “урыҫ” мейесенә.
Әй, күңелдәр күтәрелә ине,
Быҡтырылған балан еҫенә.


Әле булһын тәме тел осонда,
Онота алмам, әсәй, һүҙеңде:
"Емеш әселеге әсе түгел,
Әсе йәш быумаһын күҙеңде".


Төрлө саҡтар булды, емештең дә
Әллә күпме төрөн тәмләтте.
Һис баллынан түгел тормош үҙе,
Ҡайһы ваҡыт хәсрәт тәмләтте.


Ә шулай ҙа ошо емеш таты,
Йәнгә яҡын, ауыҙ ҡурһа ла.
Бер ҡыҙығы булмаҫ ине донъя,
Шау шәрбәттән генә торһа ла.

Әлфиә АБДРАФИҠОВА.

Фото: imghub.ru

Автор:
Читайте нас: