0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Октябрь 2024, 15:00

УЛЫМА

Терәк булып ҡалдың улым, бар донъяға.Һиңә генә хәҙер ышаныс.Балалыҡтан ҡапыл сығып улым,Булырһың тим миңә таяныс.

УЛЫМА
УЛЫМА

Һинең өсөн улым, был донъяла,
Тау аҡтарыр инем кәрәкһә,
Кәрәк булһа, иң бейеккә менеп,
Йондоҙ һалыр инем усыңа.
Беләм, улым, әле бар теләгең,
Иҫәнлектә ҡабат осрашыу.
Шуға, улым, хәҙер доғаларҙа
Күрешеүгә булһын ышаныу.
Фатиханы уҡып, теләктәрҙе
Бер Аллаға ғына әйтәйек.
Бер-беребеҙгә терәк таяныс булып,
Донъябыҙҙы бергә көтәйек.
Егеттәрсә, тыныс хәл итәйек.
Беҙгә тигән барса эштәрҙе.
Иңгә төшкән ауырлыҡты, улым,
Күтәрәйек, бергә, ирҙәрсә.
Беләһең бит, яҙмыш һынауҙары
Юҡҡа ғына, улым, бирелмәй.
Берҙәм булып үтһәк уларҙы ла
Яҡтырыр донъя беҙҙең тирәләй.
Терәк булып ҡалдың бар донъяға.
Һиңә генә, улым, ышаныс.
Әсәйеңә, һеңлең, туғандарға
Бул һин, улым,терәк- таяныс.
 

Рафиҡ ӘХМӘТШИН.

Фото: vk.com

Автор:
Читайте нас: