Халҡын талап шаша байығандар
Донъя арттарына мең тибеп.
Эшләп-эшләп байый алмағандар
Ҙур киҫәккә ҡарай тилмереп.
Себер юлын тапай ир-егеттәр
Үҙ илендә толҡа тапмағас.
Ил ҡаҙнаһы булған сепараттан
Ауыҙ сылатырҙай таммағас.
Был донъяның хикмәтенән туйып
Урын ала Айҙан бәғзеләр.
Беҙҙең йәштәр проценттарға алған
Фатирына мәңге бәйлеләр.
Бутҡа һымаҡ донъя болғанғанда
Тороп булмай һәр саҡ ҡыуанып.
Иң мөһиме күңел тыныслығы
Йәшәр кәрәк шуңа йыуанып.
Донъя булғас төрлө хәлдәр була...
Г.Сиражетдинова.
Фото: www.joom.com