0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Октябрь 2024, 09:30

Мәғәнә

Мөнир ҠунафинБыл һорау ҡағыла кемгә лә:Ғүмерҙең асылы нимәлә?Кемдер оса күктә ғәләмәт,Кемдер бара тишек кәмәлә.

Мәғәнә
Мәғәнә

Кемдәрҙер Ер шарын иңендә а(лы)п (б)аралар,
Бәғзеләр Ҡояшты күләүлектә батыралар.
Тормоштоң ниҙә мәғәнәһе?
Байлыҡ, ти берәүҙәр энәне,
Ә кемдер үҙенсә кинәнеп,
Яуаплай кисергән-белгәнен...
Кемдер мәғәнә таба энә күҙендәй тишектән,
Кемдер айыра алмай дөйәне ишәктән.
Шулай ҙа нимәлә кешенең булмышы?
Хеҙмәтме, хәмерме, батырмы, йолҡошмо –
Барыһы маңлайға яҙылған яҙмыштыр.
Йылдар үлсәме – яҙ-ҡыштыр,
Ғүмер үлсәме – булмыштыр,
яҙмыштыр, уҙмыштыр...
Был тормош кемделер күтәрә батша-хан күреп,
Кемдәрҙер, тормош тип, ғүмерен юҡ итә ҡан түгеп.
Һәр кемдең үҙенсә бизмәне,
Бар инде килгәне, киткәне.
Нимәлә ғүмерҙең асылы?
Яуап бирә уға асылып
Бала, егет һәм бер ҡарт.
(Яуап ҡыҫҡа – тик шул шарт.)
Йылмайып баға бала:
–Тик, тик уйында.
Йәш кеше үҙенсә һүҙ ала:
– Йылы ҡуйында.
Һаҡалын һыйпай һәм әйтә бабай:
– Уйымда һәм... уйында.
Бала зирәк,
Егеттә дәрт,
Бабай олпат,
Тормош – шахмат,
Йә пат, йә мат...
Тормош уйын.
Тик шуныһы ҡыйын,
Артынса ҡала уйҙар, уйҙар, баҫыр уйҙар...
Асылдың асылын асыр уйҙар –
Тик ул инде кемгә, кемгә кәрәк,
Тибер типмәҫ булып ҡалғас йөрәк.
Асылы нимәлә ғүмерҙең?
Йәшәнем, һуғылдым, бәрелдем...
Ошоноң менән һүҙем тамам.
Үҙемсә барыбер яуап табам:
Һыу эсәйем, бағайым ҡояшҡа, керешәйем эшемә –
Тағы ни кәрәк фани донъялағы кешегә!

Автор:
Читайте нас: