Булды йылдар: ил өҫтөнә
Килгән саҡта ауырлыҡ,
Нисә тапҡыр һаҡлап ҡалды
Нәҡ ана шул сабырлыҡ.
Беҙ ҙә үҫеп етмәҫ кеүек
Киләсәккә һарылдыҡ,
Түҙҙек, үҫтек тәгәрәшеп...
Ярҙам итте сабырлыҡ.
Туҙа-туҙа йылдар уҙа,
Йәндәрҙе моң һарырлыҡ
Һәм үкһерлек... Ярай әле,
Ҡанға һеңгән сабырлыҡ.
Ә заман бит сабыр түгел,
Унан һабаҡ алырлыҡ,
Бында саҡта беҙҙең өсөн
Иң кәрәге – сабырлыҡ.
Хәтәр заман!
Бер минутта
Еремдән көл ҡалырлыҡ,
Ҡалмаҫ... Ҡалмаҫ... Кешелекте
Һаҡлап ҡалыр сабырлыҡ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com