Балсыҡмын
Йомшаҡ балсыҡты әүәләп
Өй һылайым.
Шул балсыҡтай һары йырға
Көй һайлайым.
Мин дә балсыҡ: әүәләһәң,
Ипкә киләм.
Тик талсыҡтым, әүрәт әле,
Хистәр... келәм.
Мин балсыҡмын, дымға сарсап
Киптем инде,
Хисте һары япраҡ итеп
Һиптем инде.
Уйлай күрмә, балсыҡ булғас,
Ыуалыр, тип,
Көҙҙөң быҫҡаҡ ямғырҙары
Йыуалыр, тип.
Мин бит ҡояш менән
Бер төҫтәмен,
Ҡояш үҙе көс биргәнгә,
Мин – көслөмөн!
Йомшаҡ балсыҡты әүәләп
Өй һылайым.
Шул балсыҡтай һары көйлө
Йыр йырлайым.
Тейеш...
Өнһөҙ генә һыйындыраң,
Туңып ҡайтһам һыуыҡтарҙан,
Күңелемде өшөткәндә
Һүҙҙәре бушҡыуыҡтарҙың.
Өнһөҙ генә күтәрәһең
Хәсрәт тулы булмышымды,
Һикәлтәле был тормошта
Һин бит тоғро юлдашым да.
Тормошома ҡот бирергә,
Ут бирергә бурыслыһың.
Тормошомдо нурлы итер,
Йырлы итер ырыҫлы бул.
Һинең йылың йырым булып
Киң йыһанда йырлар тейеш.
Миңә оло бәхет тейеш,
Һин ризамы? Әйтсе, мейес?! –
Йылы мейес.
Тейеш!
Таба
Хужалыҡта төп ярҙамсым –
Таба ул,
Ҡоймағын да «һә» тигәнсе
Таба ул.
Ябай ғына таба түгел,
Сөгөн ул,
Минең менән тарта донъя
Йөгөн ул.
Ябай ғына таба түгел –
Ҡомартҡы,
Әсәйемдеке булғанға,
Сумарт ул.
Хужалыҡта төп ярҙамсым –
Таба ул,
Сумарт булып күңелемде
Таба ул.
Сумартлығы әсәйемдән
Күскән ул.
Ҡомартҡынан күңелдәрем
Үҫкән шул.
Әсәм кеүек үҙе үтә
Ябай ул.
Бына шундай ябай ғына
Таба ул.
***
Яратам мин март айында
Ҡар яуғанын,
Марттың болот елененән
Ҡар һауғанын.
Икһеҙ-сикһеҙ, сикһеҙ, төпһөҙ
Күк төбөнән
Ҡарҙың талғын ҡойолоуын
Ер өҫтөнә.
Яратам мин шул ҡарҙарҙың
Бейеүҙәрен,
Ҡыланышып төрлө күлдәк
Кейеүҙәрен,
Аҡман-тоҡман ҡыҙығыуын
Шуҡ ҡарҙарға,
Егет булып ҡыҙыҡҡандай
Шуҡ ҡыҙҙарға
Егетме ни, ҡар тирәләй
Бейеп китә,
Бейей-бейей ҡар тауҙары
Өйөп китә,
Ер менән күк тоташалар
Бер миҙгелгә.
Шул түгелме, әйтегеҙсе,
Бер мөғжизә?!
https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-03-15/histe-ary-yapra-itep-iptem-inde-3684083