0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Ноябрь 2024, 13:25

Теләк телә!

Таңдар атҡан саҡта телəк телəМəңге типһен тиеп йөрəгең.Иҫəнлектəн айырмаһын Хоҙай,Ҡабул булһын һəр бер телəгең!

Теләк телә!
Теләк телә!

Телəктəрҙе ҡабул була тиҙəр
Ысын йөрəктəн улар əйтелһə.
Ал таңдарҙы ҡаршы алайыҡ əле
Булыр барыһы...Хоҙай телəһə.

Сəләмəтлек булһа,барыһы ла булыр!
Үҙ аяғың менəн йөрөгəндə.
Ейәндәрең тəпәй китеүҙəрен
Үҙ күҙҙəрең менəн күргəндə.

Илдəребеҙ имен,тыныс булһын!
Яҡты,матур, булһын килəсəк.
Иртəлəрҙе бергə ҡаршы алайыҡ,
Беҙҙең йөрəк əле тибəсəк!

Эльза Шагова.

Автор:
Читайте нас: