0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
14 Ноябрь 2024, 15:00

АТАЙЫМА

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН …Иҫләйһеңме, атай икәү бергәБесән саба инек ҡолас йәйеп,Мин етеле салғым менән киләм,Атайымдан ҡалышмаҫҡа тейеп.

АТАЙЫМА
АТАЙЫМА

Юҡ, атайға етеп буламы ни!
Хәлде ала ошо йәйге томра,
Ә атай ни – ҡулына айран алып
Йылмайған да мине көтөп тора…

Эй, күңелдә сәм барлыҡҡа килә,
Эй, һелтәнгән булам, эй, һелтәнгән,
Бер ҡараһам – йәй үтеп тә бара,
Күбәләрем инде күбәләнгән!

Ә мин һаман, һаман һелтәнәмен,
Салғыларым тик етеле түгел,
Ә шулай ҙа атай артынан ҡалмай
Ынтылғандай һаман минең күңел…

…Иҫләйһеңме, атай икәү бергә
Бесән саба инек ҡолас йәйеп,
Ә кистәрен усаҡ йылыһында
Ниндәй тәмле ине урман сәйе!

Ҡуша үҫкән ҡарағай һәм ҡайын
Хәтерләйҙер беҙҙе, хәтерләйҙер,
“Быйыл килмәнеләр”, - тип шыбырлар,
Хәҙер инде көтөп яңы йәйҙе.

Буҙарған да бер аҙ буҙарғандыр,
Талсыҡҡандыр салғы тауышына,
Ә мин бына бөгөндән бит әҙер
Ҡайтырға шундағы ҡыуышыма!..

Эй, һелтәнгән булам, эй, һелтәнгән,
Гүйә, етеле салғы тотҡан малай,
Ә шулай ҙа беләм – ҡайһы саҡта
Күбә түгел, кәбәндәр ҙә ҡолай!

Ҡолатмаҫҡа, һынатмаҫҡа ине -
Сөнки атай, ана, ҡарап тора,
Буҙарғанға ҡайтыр инем дә бит,
Яҙмыш ҡына офоҡтарға бора…

Фото: Яндекс

Автор:
Читайте нас: