Дошман тигәндәрем дуҫ булдылар, –
Керфектәре йәшкә сыланды,
Һәм гәзиттәр, ҡара ҡайғы менән,
Һүрәтемде баҫып сығарҙы.
Исемемде, алла исемеләй,
Ҡабатлайҙар яҡшы сифаттан;
Иң ҡәҙерле изге бер йөк һымаҡ,
Күтәрәләр мине сиратлап.
Эшләпәһен һалған министрҙар,
Завтар, замдар йәйәү атлайҙар,
Көн аралаш һүккән тәнҡитселәр
Баш осома баҫып маҡтайҙар.
Ғүмер буйы мин яҙғанмын, имеш,
Почти гениальный әҫәрҙәр.
Мин үлгәс тә, ошо әҫәрҙәрем
Миңә һәйкәл булып йәшәрҙәр.
Хатта ҡатын маҡтай: эсмәгәнмен,
Гулять итмәгәнмен,уңғанмын,
Алтын кеүек кеше булғанмын бит,
Үлеп кенә харап булғанмын...
Эй маҡтайҙар мине, эй данлайҙар –
Портреттар хатта көнләшә.
Кеше үҙенең бөйөк икәнлеген
Ҡайҙан белер ине үлмәһә?!