-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Ноябрь , 08:00

Һаумы, иртә!

Һаумы, иртә! Һаумы, яңы көн!Йылмай әле! Әйҙә, көл!Борсоу-һағыштарҙы оноттор,Тик шатлыҡтар ғына алып кил.

Һаумы, иртә!
Һаумы, иртә!

Һөйөнөслө булһын хәбәрең,
Уңай барһын барлыҡ эштәрем.
Арыһам да, еткәс кистәрең,
Йылмайырлыҡ ҡалһын көстәрем.

Иҫән-һау булһындар яҡындар,
Һый-хөрмәткә тулһын табындар,
Тыныс, аяҙ булһын күк йөҙөм,
Доға булып барһын һәр һүҙем!

Теләгенә һәр кем өлгәшһен,
Һағынышҡан йәрҙәр күрешһен!
Был һүҙҙәрем Раббым ишетһен,
Бәхет тойоп бөгөн көн үтһен!


Нәфисә Мирзаханова.

Автор:
Читайте нас: