-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Декабрь , 11:00

Яңы йыл менән һөйләшеү

Фирүзә Абдуллина Эй, яңы йыл! Тағы киләһеңме?Әллә нишләп бигерәк йышланың?!Әллә нишләп хәҙер ваҡыт елә,Бәрәкәте юҡ шул көн, айҙың.

Яңы йыл менән һөйләшеү
Яңы йыл менән һөйләшеү

Аңлап өлгөрмәйһең - тәүлек үтә,
Арлы-бирле итһәң - аҙна юҡ,
(Тик пенсия килә һағындырып,
Көтмәҫ инең - алтын ҡаҙна юҡ).

Бәрәкәте юҡ шул сәғәттәрҙең,
Шәберәк әйләнәме Ер шары?
Әллә, тимен, үҙем олоғайып,
Ығышланып барам ни бары?

Сәбәләнеп донъя ҡыуыу үтте,
Йүгермәйем көҫәп мал-данды,
Етер инде! Тиҫтәләрсә йылдар
Былай ҙа бит күңелем алданды.

Был донъяны барыбер ҡыуып тотоп
Булмай икән уға атланып,
Ҡәнәғәтмен бөгөн булғанына,
Һәр таңымды көтәм шатланып.

Һаулыҡ булһын! Донъя имен торһон!
Балаларым булһын бәхетле!
Юлдағылар имен-һау йөрөһөн -
Нимә кәрәк тағын шул хәтле?

Эй, яңы йыл! Ҡөҙрәтеңдән килһә,
Алып килсе илгә тыныслыҡ!
Яуҙа йөрөгән улдарыбыҙ осон
Һәр бер көнөң айға торошлоҡ.

Сирләгәндәр һауыҡһындар ине,
Һағышлылар зарын онотһон,
Ғүмер буйы бушҡа алданғандар
Лотерея алып, бер отһон!

... Эй, яңы йыл! Тағы ябаһыңмы
Ғүмер китабымдың бер битен?
Ни күрһәм дә, илем-халҡым менән,
Улар менән мин дә бер бөтөн!

Тыныслыҡ бир илгә, байлыҡ, муллыҡ!
Башлыҡтарға иман, аҡыл бир!
Халҡыма бир рәхәт, етеш тормош,
Һәр тырышлыҡ өсөн хаҡын бир!

Ғаиләләр тулы, теүәл булһын,
Шатландырып үҫһен балалар,
Яңы йорттар күпләп ҡалҡып сыҡһын,
Гөрләп торһон ауыл-ҡалалар!

Эй, яңы йыл! Төклө аяҡ менән
Изге эштәр менән генә кил!
Бөтә донъяларҙа иң тынысы,
Иң бөйөгө булһын беҙҙең ил!

Фото: Pinterest

 
Автор:
Читайте нас: