НУРЛАН ТУФЛИЙЫ
Шағир Нурлан Ғәниев ҙур сумаҙан өҫтөрәй.
− Унда нәмә? − тимен.
− Туфли – ти.
Нурлан сәхнәләргә сыҡһа,
Нур бөркөлә сәхнәнән.
Бөтөн халыҡ аптырашта
Бындай балҡыш нимәнән?
Ҡара костюм, ҡара салбар,
Аяҡта − ҡыҙыл гөлфи,
Ә күҙҙәрҙе ҡамаштыра
Ялтырап торған туфли.
Манзараның сере ниҙә
Щеткаһы һәйбәт микән?
Доға һөйләп ялтырата,
Йәиһә ғәйбәт микән?
Әллә инде төкөрөгө
Шул хәтле затлы микән?
Гуталиндан былай булмаҫ,
Кремы ни атлы икән?
Йә булмаһа шуның өсөн
Тота микән бер оҫта?
Янына мин барыр инем
Аҡса алып бурысҡа.
Һис юғында Благоварҙа
Бармы икән бер кибет?
Шундай туфли алыр инем,
Нәҡ шул кибеткә кереп.
Һорауҙар күп, ә яуап бер,
Яуаптың төбө – алтын:
Нурлан әйтә: «Туфли алһам,
Лаклап бит ҡуя ҡатын».
НУРЛАН ГАЛСТУГЫ
Күҙҙәр алмай ҡарап торам
Нурлан тигән шағирға.
Ҡайһы ерен маҡтайым һуң,
Ҡыҙҙар, ошо шиғырҙа?
Һеҙгә нисек, миңә оҡшай
Биҙәкле галстугы?!
Благоварҙың баҙарында
«Ун мең!» − ти, бер ыштугы.
Алтын ептәрҙән сигелгән,
Теҙелгән аҫылташтар.
Нурлан галстугын күргәс,
Әйләнеп китә баштар.
Шул галстук сибәрәйтә
Буғай уның бар һынын.
Халыҡ әйтә: «Галстукһыҙ
Яҙа алмай бер йырын».
Бабочкалар кеймәй шул ул,
Галстуклар ярата.
Үлмәҫ мөхәббәте уның
Шул таҫмаға ҡарата.
«Ниңә тағаһың?» − тимен дә,
Ауыҙын йыра Нурлан:
«Һорамаһаң, әйтмәҫ инем,
Серемде тыңла, Руслан.
Концерттарым оҙон булып,
Онотһам ҡайтыу яғын,
Галстуктан өйгә табан
Өҫтөрәп ҡайта ҡатын».
НУРЛАНҒА МӘҘХИӘ
Һин минән һуңыраҡ тыуғанһың,
Мин Нурлан була алманым,
Нурға тулышҡы килделә,
Тик нурға тула алманым.
Ҡыҙ күңелен илатырлыҡ
Шәп шиғыр яҙа алманым,
Йырҙар әтмәләгән булдым,
Нурланды уҙа алманым.
Нурлан кейгән костюмдарҙы
Бер ҡасан кейә алманым,
Юдашкиндың моделеләй
Сәхнәгә менә алманым.
Бөйөк зыялылар менән
Фотоға төшә алманым,
Мәшәҡәтле тормошомда
Быға өлгәшә алманым.
Ярай мин иртә тыуғанмын,
Һин Руслан була алманың,
Мөмкин ине, ергә килеп,
Руслан да була алмауым.