+28 °С
Болотло
Шиғырҙар
13 Ғинуар 2025, 13:00

Бөгөн – Иҫке Яңы йыл

ЙЫЛАН ЙЫЛЫНА Зинһар, тимен, ҡара йылан,Ағыуың сәсә күрмә.Бәлә-ҡаза тулы тоҡтоУйламай аса күрмә.

Бөгөн – Иҫке Яңы йылБөгөн – Иҫке Яңы йыл
Бөгөн – Иҫке Яңы йыл

Һин бит ифрат аҡыллыһың,
Кешеләй йүләр булма.
Аҡлыҡ-хаҡлыҡ урынына
Нахаҡтан түләр булма.

Йылан йылы яратыусан,
Өшөмәһен кеше лә.
Күңеле тулһын шатлыҡҡа,
Йырлап торһон эше лә.

Әгәр самаларын белһәң,
Ағыу үҙе дарыу ул.
Мин ышанам, Йылан йылы
Изге, йомарт, арыу ул.

Тимер НИӘТШИН.

 

Фото: jp.pinterest.com

Автор:
Читайте нас