+30 °С
Болотло
Шиғырҙар
29 Ғинуар 2025, 08:20

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн йөрәккә үтерлек шиғырҙары, фәһемле һәм кинәйәле пьесалары, социаль яңғырашлы прозаһы менән уҡыусы күңелен яулаусы шағир Салауат Әбүзәровтың тыуған көнө. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм илһам шишмәһенең артабан да урғылып тороуын теләйбеҙ! Һәнәктәр.

ҠОТЛАЙБЫҘ!ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Салауат ӘБҮЗӘРОВ

Ҡәҙерле кеше

(Уйынлы-ысынлы)

Минән ҡәҙерле кеше юҡ,
Китерлек иҫең!
Күпме халыҡ башын вата
Тик минең өсөн (!).
Ҡайҙан беләләр хәлемде –
Ултыр ҙа ила...
Һәр бер әйткән һүҙҙәренән
Күңелем тула.
Иҫәпләйҙәр эш хаҡымды:
“Әҙ!” – тип көйәләр.
Хатта талашып китәләр,
Өҫтәл төйәләр...
Тыңлай-тыңлай, үҙ-үҙемде
Ҡуям йәлләп тә:
Мин йәшәргә тейеш икән
Күптән йәннәттә!
Төшөмдә түгел был хәлдәр,
Бара өнөмдә.
Иң ҡәҙерле кешемен мин
Һайлау көнөндә...

Сабыш


Балаҡ төрөп, ялан аяҡ
Киттем сабып “Старт”тан.
Бер өйөр халыҡ йүгерә
Эргәмдән, алдан, арттан...
Эй, сабабыҙ ах-ух килеп,
Гүйә бала-сағабыҙ.
Этешәбеҙ, төртөшәбеҙ,
Хатта аяҡ салабыҙ.
Кемдер мөлкәт өсөн саба,
Кемдер миҙал тағырға.
Кемдер беренселек биләп,
Өмөт итә “лавр”ға...
Күктә Хоҙай көлөп тора,
Ҡарап был күренешкә.
Ғүмер буйы саба бәндә –
Ҡабалана “Финиш”кә... 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас